Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Июль 2019, 19:41

Луизаның ире Марат та ҡулға алынды

Ә Беренсе каналда бөгөн “Пусть говорят” тапшырыуы эфирға сығасаҡ.

Бөгөн Марат Хәйруллинды ҡулға алғандар. Ирҙе полиция хеҙмәткәрҙәре Өфө аэропортында, самолеттан төшөп килгәндә ҡаршы алған.
Алдараҡ хәбәр итеүебеҙсә, ул Салауат ҡалаһының полиция бүлексәһендә даими теркәлеп торорға тейеш булған, әммә тейешле ваҡытта килмәгән. Баҡтиһәң, ир Мәскәүгә тапшырыуҙа ҡатнашыу өсөн осҡан икән. Әйткәндәй, бөгөн Беренсе каналда “Пусть говорят” тапшырыуы сығасаҡ, ғаилә башлығы унда аҡсаның ҡайҙа булыуы тураһында һөйләйәсәк һәм аҡса йыйыу тураһында иғлан итәсәк.
Иртәгә, сәғәт 10-да Өфөлә Луизаға суд буласаҡ. Ҡатындың адвокаттары уны тикшереү бөткәнсе өйөнә ҡайтарыуҙы һорамаҡсы. Судты Луиза СИЗОла көтөрмө, әллә өйөндәме? Иртәгә билдәле буласаҡ.
Читайте нас: