Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Июль 2019, 17:22

“Әр-Рәхим” мәсете төҙөлөп бөтөрмө?

Башҡортостан етәкселәре яңы инвестор менән “Әр-Рәхим” мәсетен төҙөүҙе дауам итеү тураһында килеште.

Фото: mail.ru
Башҡортостан етәкселәре яңы инвестор менән “Әр-Рәхим” мәсетен төҙөүҙе дауам итеү тураһында килеште.


Был хаҡта республика етәксеһе “Эхо Москвы в Уфе” радиостанцияһының тура эфирында белдерҙе. Яңы инвестор ошо маҡсатҡа 100 миллион һум аҡса бирергә вәғәҙәләй.


“Башҡа эре компаниялар менән дә һөйләшеүҙәр бара, – тине Радий Хәбиров. – Төҙөлөштөң дауам итеүенә республика мосолмандарының Диниә назаратындағы эске низағтар ҡамасауланы. Унда финанс буйынса ярайһы етди килешмәүсәнлек күҙәтелде. Унда, миңә хәбәр итеүҙәренсә, фонд аҡсаһы менән һаҡһыҙ тотоноу осраҡтары ла булған”.