Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Июль 2019, 20:54

Өсәүләп көсләгәндәр...

Бала икенсе төбәктән өләсәһенә йәйге ялға килгән, тиҙәр.

Фото "Башинформ"дан.
Фото "Башинформ"дан.
Йәй ҡайһы берәүҙәргә кире тәьҫир итә, ахыры... Һуңғы арала көсләү осраҡтары артты. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күпселеге бәлиғ булмаған ҡыҙҙар ҡорбанға әйләнә.


Әлеге осраҡта ла 14 йәшлек ҡыҙға ҡанығалар. Хәл Балтас районында була. 21, 20 һәм 16 йәшлек өс ир ҡыҙҙы машинала алып китә һәм шунда уҡ көсләй.
Баланың яҡындары был турала белеп ҡалыу менән полицияға хәбәр итә. Улар ҡулға алынған. Хәлде тикшереү бара.
Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, был төркөм тыуған көн билдәләргә йыйыла һәм иҫерек ирҙәр шунда бергә ял иткән ҡыҙға ташлана. Бала икенсе төбәктән өләсәһенә йәйге ялға килгән, тиҙәр.
Читайте нас: