Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Июль 2019, 12:53

Ҡулаҡсаһыҙ – уңайлыраҡ һәм арзаныраҡ

Белеүебеҙсә, 1 июлдән Башҡортостанда “Алға” берҙәм транспорт картаһы ҡулланыуға индерелде, ул барлыҡ дәүләт һәм хосуси транспортта йөрөгән өсөн ҡулаҡсаһыҙ түләү мөмкинлеге бирә. Республиканың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты социаль селтәрҙә ошо айҡанлы йыш яҙылған һорауҙарға яуап бирә.

Фото: bfmufa.ru
Фото: bfmufa.ru
Белеүебеҙсә, 1 июлдән Башҡортостанда “Алға” берҙәм транспорт картаһы ҡулланыуға индерелде, ул барлыҡ дәүләт һәм хосуси транспортта йөрөгән өсөн ҡулаҡсаһыҙ түләү мөмкинлеге бирә. Республиканың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты социаль селтәрҙә ошо айҡанлы йыш яҙылған һорауҙарға яуап бирә.


“Алға” картаһын ҡайҙан алырға?



Бөгөн уны Өфөлә 250 урында һатып алырға мөмкин. “Рәсәй Почтаһы”нда, “Байрам” сауҙа селтәрендә был сауҙа ойошторолған да инде. Яҡын киләсәктә “Өфө матбуғаты”ның 60 киоскыһы ла ошо эшкә тотонасаҡ. Һаҡлыҡ банкы һәм “УралСиб” менән дә килешелгән, карталар уларҙың офистарына килтерелгән. Һаҡлыҡ банкы уларҙы һата башлаһын өсөн үҙәк офистың ҡарары кәрәк, Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов раҫлауынса, ул бөгөн-иртәгә ҡабул ителәсәк.


Картаны ҡайҙа тулыландырып торорға?



Әле картаны “Сбербанк-онлайн” аша, шулай уҡ Һаҡлыҡ банкының үҙегеҙ теләгән бүлексәһендә тулыландырырға мөмкин. Тиҙҙән “УралСиб” та ошо эште башлаясаҡ. “Алға” картаһының мобиль ҡушымтаһы системаһын һәм alga-kard.ru сайты сервистарын көйләү бара, улар аша ла иҫәпте тулыландырыу ҡаралған. Картаны билдәле бер суммаға һәм транспортта йөрөү һанына ҡарап һатып алыу вариантын эшләү ҙә хәл ителә.


Ҡасан бөтә ташыусылар ҙа был системаға ҡушылыр?



Барлыҡ дәүләт һәм хосуси транспорт хужалары менән дә килешелгән. Бер компания, ысынлап та, һөйләшеп килешеүҙе һуҙған, ул системаға ҡушылыу шарттарының барлыҡ деталдәрен дә асыҡларға булған. Тимур Мөхәмәтйәнов раҫлауынса, ахырҙа, уның менән дә килешелгән.


Бөгөнгә ташыусыларға ике мең терминал тапшырылған, компаниялар уларҙы үҙҙәре салонда күренеп торған ерҙә урынлаштырырға тейеш. Терминал биргән чек билетҡа торошло. Терминалы булған автобустарға махсус билдәләмә йәбештерелә, был туҡталышта транспорт көткән пассажирҙар өсөн уңайлы. Системаға ҡушылған ташыусылар исемлеге alga-kard.ru сайтында урынлашҡан.


“Башавтотранс” дәүләт ташыусыһы “Алға” йәки банк картаһы буйынса йөрөү хаҡын – 20 һум, ә ҡулаҡса менән 25 һум итеп билдәләне. Тарифы көйләнмәгән 40 маршрут карта менән йөрөү хаҡын 20 һумдан 30 һумға саҡлы ҡуйҙы.


Картаны кондукторҙан һатып алырға йәки тулыландырырға буламы?


“Быны әлегә эшләп булмай”, – ти Социаль карталарҙың Башҡортостан регистры генераль директоры урынбаҫары Олег Романов. “Башавтотранс” кондукторҙарының да “Алға” картаһын 200-әр һумға (50 һум – карта хаҡы, 150 һум – иҫәптә) һата алыу мөмкинлеге хәл ителә.


Ни өсөн ҡайһы бер хосуси ташыусылар картаны ҡабул итмәй?



– Хосуси транспортта ташыусылар менән күп йыллыҡ аралашыу тәжрибәһе күрһәтеүенсә, улар үҙҙәренең аҡса әйләнешен йәшерергә ярата, шуға күрә ҡайһы берҙәре алынған терминалды урынлаштырырға ашыҡмай. Уларҙы тикшерәсәкбеҙ, федераль ҡануниәтте боҙған өсөн яуаплылыҡҡа тарттырыуҙарын һорая­саҡбыҙ, – тип аңлата Олег Романов.


“Алға” картаһына мобиль ҡушымта ҡасан буласаҡ?



Мобиль ҡушымта тулы күләмдә 1 сентябрҙән эшләй башлаясаҡ.


Картаны кемгәлер тапшырырға һәм бер юлы бер нисә транспорт төрөндә йөрөү өсөн түләргә буламы?


“Алға” исем буйынса бирелгән карта түгел, теләһә кемгә тапшырырға мөмкин. Шулай ҙа ташлама мөмкинлегенән файҙаланыусылар өсөн исемле карта булдырыу мәсьәләһе лә хәл ителә. Бер юлы бер нисә билет өсөн түләү бөгөнгә саҡлы сикләнгәйне, сөнки һәр карта буйынса йөрөү һаны буйынса мәғлүмәт транзакция аша ғына эшкәртелә. Әммә пас­сажирҙарға был уңайһыҙ, шуға бөгөн ошо сикләүҙе юҡҡа сығарырға булдыҡ. Әлегә кәмендә 10 йөрөүҙе бер юлы түләргә була, киләсәктә уны үҙгәртеү-үҙгәртмәү хәл ителәсәк.


“Башавтотранс” һәм МУЭТ карталарын ни эшләтергә?



Был карталар ғәмәлдә булыу ваҡыты бөткәнгә саҡлы ҡулланыла ала. Артабан пассажир “Алға” картаһына күсә.


“Алға” сайтын ҡасан “Андроид” платформаһында ҡулланып буласаҡ?


– Ҡасандыр тотҡарлыҡтар булғандыр, моғайын, ләкин бөгөн alga-kard.ru сайтына унан да инергә мөмкин, тикшереп ҡараным, – ти Олег Романов.


Ни өсөн төрлө маршруттарҙа хаҡ төрлөсә?



– “Алға” әлеге мәлдә электрон янсыҡ булараҡ эшләй һәм, пассажир көйләнмәгән тарифлы маршрутҡа ултырһа, картанан ошо транспортта урынлаштырылған хаҡ һыҙып ташлана, – ти Ташыуҙы ойоштороу үҙәге вәкиле Ирина Львова.


Ташламалы тарифтар индереләсәкме?



“Алға” – ғәҙәти пассажирҙар өсөн карта. 1 сентябрҙән мәктәп уҡыусылары, студенттар өсөн карталар ҡулланыуға индереләсәк, улар “Башавтотранс” һәм МУЭТ маршруттарында ғына ғәмәлдә буласаҡ. Хосуси транспорт хужалары менән айырым килешергә кәрәк. Берҙәм социаль йөрөү билеты ла ғәмәлдә булыуын дауам итәсәк, тине Ирина Львова.
Читайте нас