Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Июль 2019, 18:27

Әйтеүҙәренсә, ул эшҡыуар булған

Диңгеҙҙәге сираттағы шторм муйынына гер бәйләнгән бер ирҙең мәйетен ярға сығарып ташлаған...

Фото: mail.ru
Ҡырымда, Симферополь районының Николаевка ауылы эргәһендәге бер пляжда ял итеүселәр 9 июлдә мәйет менән "осрашҡан". Диңгеҙҙәге сираттағы шторм муйынына гер бәйләнгән бер ирҙең мәйетен ярға сығарып ташлаған...


Уның 61 йәшлек ҡырым татары Рәшит Яғъяев булыуы асыҡланған. Ир кеше 2019 йылдың апрелендә Ҡырымда юғалған булған.


"Мәйет ныҡ тарҡалған ине, ярға көс-хәл менән сығарҙыҡ. Башы, ҡул бармаҡтары тәндән айырылған, йөҙө күгәргән, тимәк, уны ныҡ итеп туҡмағандар", – тип мәрхүмдең туғандары телеканалға хәбәр иткән. Уның ҡиммәтле эш костюмында, аҡ күлдәктә булыуын да белдергәндәр.


Туғандары мәрхүмде Симферополь ҡалаһының Каменка микрорайонында ерләүҙәрен хәбәр иткән.


Телеканал мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Рәшит Яғъяев эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгән, уның Ҡырымда бер нисә сауҙа нөктәһе, келәттәре булған. Ҡырым Республикаһының матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, мәйет диңгеҙ төбөндә оҙаҡ ятҡан, уны тулҡын өҫкә сығарғас, яр буйы һаҫыҡ еҫ менән тулған.