Һеҙ пенсионерҙарҙы насар йәшәй тиһегеҙме? Хәҙер улар һандыҡ төбөндә сепрәк-сапраҡ ҡына түгел, ҙур сумма аҡса ла һаҡлай ул. Быға дәлил итеп Баймаҡ районында булған хәлде бәйән итмәксебеҙ.
Түбәнге Таулыҡай ауылында йәшәгән әбейҙең һандығында әҙ ҙә түгел, күп тә түгел – 500 мең һум аҡсаһы һаҡланған. Бер көндө ул өйөнә ҡайтһа, ни күрә: һандыҡтың йоҙағы емерек, эсендә аҡса юҡ. Инәй юғалыу тураһында 8 июлдә генә белеп ҡала, 22 июндән алып һандығын асып тикшермәгән икән...
Әйткәндәй, енәйәтселәр табылған. “Геройҙар” – ике үҫмер һәм бер студент егет. Полиция тәжрибәһеҙ бурҙарҙың эҙенә тиҙ төшә. Улар ҡулға алынған, аҡсаның бер өлөшөн ҡайтарғандар. Ҡалғанын тотоноп бөттөләрме икән?