Октябрьский ҡалаһында бер ир дауахананан сыҡҡан һәм хәле бөтөп йығылған. Артабан башҡа һыймаҫлыҡ хәл башлана: ул ошо медицина ойошмаһынан алыҫ түгел ҡыуаҡтар араһында бер аҙна буйы ятҡан!
Ирҙең өйөнә ҡарай атларлыҡ хәле бөтөнләй булмаған, ярҙам һорап ҡысҡырған. Уға бер кем дә яҡын килмәгән. “Лиза Алерт” эҙләү хәрәкәте волонтерҙары ғына оло кешене эҙләп тапҡан.
Ирекмән Елена Барбие һөйләүенсә, Николай Акимов 2 июлдә юғалған. Уның яҡындары, туғандары ирҙе ҡайҙан ғына эҙләмәгән, әммә тапмаған. 7 июлдә улар ярҙам һорап волонтерҙарға мөрәжәғәт иткән. Был ваҡытҡа тиклем бер аҙна үткән була. Ҡала биләмәләрен, яҡын-тирәне ентекләп тикшерәләр, әммә тапмайҙар. Хатта камералар ҙа ярҙам итмәй. Дауахана һәм уның тирәһе һуңғы пункт булып ҡала. Һәм бер төркөм ирекмәндәр ирҙе дауахананан 500 метр алыҫлыҡта таба һәм ярҙам итә.
Юғалған көндә Николай Акимовтың хәле мөшкөлләнгән һәм ул дауаханаға барған. Әммә уны дауаларға һалмайҙар, өйөнә кире ҡайтарып ебәрәләр. Белеүебеҙсә, ул яҡындарына ҡайтып етә алмай. Эҫе ҡояш, аҙаҡ һалҡын ямғыр, һыуыҡ төндә, сирле килеш ир үҙенең үлемен көтөп ҡыуаҡ аҫтында ята. Шуға уның нисек тере ҡалыуы – үҙе бер ғәжәйеп хәл.