Илеш районы суд приставтары 32 йәшлек иргә ҡарата биш эш ҡуҙғатҡан.
Ул юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған өсөн штрафтарын һәм кредитын түләмәгән. Һөҙөмтәлә 417 мең һум бурысы йыйылған.
Суд приставтары был яуапһыҙлыҡтың күңелһеҙ эҙемтәләргә килтереүен аңлатһа ла, ир иҫкәртеүҙәргә иғтибар итмәй. Һөҙөмтәлә уның күсемһеҙ милек менән идара итеү хоҡуғы сикләнә, банктағы иҫәбенә арест һалына, шулай уҡ сит илгә сығыу тыйыла.
Кипрға сығырға йыйынғас, уға тулыһынса бурыстарын, тағы ла 40 мең һум күләмендә башҡарыу йыйымын түләргә тура килә.