Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Июль 2019, 10:35

Осоп барғанда... пилот иҫен юғалта

Montenegro Airlines авикомпанияһы самолеты Черногорияның Тивата ҡалаһынан Мәскәү аэропортына юллана. Әммә билдәнгән ергә килеп етмәй...

Фото: sm-news.ru
Montenegro Airlines авикомпанияһы самолеты Черногорияның Тивата ҡалаһынан Мәскәү аэропортына юллана. Әммә билдәнгән ергә килеп етмәй, Калугала ултырырға мәжбүр була. Эш ниҙә тиһегеҙме?
Юҡ самолет төҙөк, пассажирҙар ҙа иҫән-һау, боларып та йөрөүсе юҡ. Баҡһаң, осош ваҡытында беренсе пилот иҫен юғалтҡан икән.
Шөкөр, лайнер иҫән-һау ғына ултыра. Пассажирҙар зыян күрмәгән. Самолет командирын ергә ултырыу менән дауаханаға алып китәләр.
Пассажирҙарға икенсе пилотҡа рәхмәттәрен уҡырға кәрәк. Ул ваҡытында диспетчерҙар менән бәйләнешкә сыға һәм самолет менән идара итеүҙе үҙ ҡулдарына ала. Диспетчерҙар уға ашығыс рәүештә Калугала ултырырға ҡуша.
Әле пассажирҙар Калуга аэропортында икенсе самолет көтөргә мәжбүр.