Нефтекамала йәшәгән 24 йәшлек егет ышаныусанлығы арҡаһында төп башына ултырған. Ул биржала валюта һатыу менән шөғөлләнә.
Бер көн социаль селтәрҙә таныш булмаған кешенән биржа өлкәһендә ярҙам итеүен үтенгән смс-хәбәр килеп төшә. Егет ризалаша, улар дуҫтарса аралаша башлай. Билдәһеҙ ир үҙенең матчтарға аҡса ҡуйыу менән шөғөлләнеүе, шул өлкәлә уйындарҙың һөҙөмтәһе тураһында мәғлүмәт һатыусы кешене белеүе тураһында яҙа.
24 йәшлек егет ҡыҙыҡһынып китә һәм, ҡатнашып ҡарарға теләп, яңы танышы күрһәткән иҫәп буйынса аҡса күсерә. Аҙаҡтан төрлө һылтау менән тағы-тағы күсерә.
Үҙенең алданғанлығын аңлағанда егеттең кеҫәһе 220 мең һумға бушаған була. Әле полиция хәл-ваҡиғаны тикшерә.