Туймазы районының Иҫке Собханғол ауылы эргәһендә Бишенде йылғаһы аша төҙөкләндерелгәндән һуң күпер асылды.
Ремонт эштәре быйыл ғинуарҙа башланған һәм ул 15 октябрҙә тамамланырға тейеш ине.
Заманса техника һәм эште тәүлек әйләнәһенә ойоштороу уны ваҡытынан алда тапшырырға булышлыҡ иткән. Ныҡлы материалдарҙан төҙөлгән күпер 25 йыл хеҙмәт итәсәк, тип көтөлә.
Халыҡ яңы күпергә ҡыуанып бөтә алмай.
"Элек тар ғына иҫке күпер булды. Машиналар күп йөрөнө, унан хатта үтеүе лә ҡурҡыныс ине. Төҙөүселәргә, етәкселеккә ҙур рәхмәт", – ти Әлфирә Ситдиҡова.