Быуаттар элек файҙаланылған, беҙ хатта онотоп бөткән төшөнсәләр әле һаман көнүҙәк икән. Мәҫәлән, “ҡоллоҡ” һүҙе.
Баҡтиһәң, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаттары өсөнсө уҡыуҙа закон проекты ҡабул иткән. Уға ярашлы, эш хаҡы ҡоллоғо өсөн етәкселәргә яза биреләсәк. “Эш хаҡы ҡоллоғо нимә ул?” – тип һорайһығыҙмы? Ул – етәксенең хеҙмәткәрҙәргә хеҙмәт хаҡы күсәсәк банкты көсләп тәҡдим итеүе.
Был закон проектының асылы шул: етәксе хеҙмәткәргә үҙе теләгән банкка эш хаҡын күсереүҙән баш тартһа, яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ. Әммә шул уҡ ваҡытта хеҙмәткәр банкты үҙенең теләге буйынса ғына һайлай алмай. Ә закон талаптарын һанға һуҡмаған вазифалы кешеләргә 10-дан 20 меңгә, шәхси эшҡыуарҙарға – 1-ҙән 5 меңгә, юридик шәхестәргә 30-ҙан 50 мең һумға тиклем штраф һалыу тәҡдим ителә.