Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Июль 2019, 16:59

Киркоров тәҡдим яһармы?

Бәғзе берәүҙәр уларҙың Майамиҙа бергә ял иткәнен күреп ҡалған...

Фото: znaj.ua
Филипп Киркоров менән Ани Лорактың мөнәсәбәттәре етди шикелле. Күптән түгел поп-эстрада “батшаһы” Филипп Лорактың уға яҡшы иш булыу ихтималлағын белдерҙе.
Бер ҡараһаң, быға ғәжәпләнәһе лә түгел. Хәҙер Лорак яңғыҙ. Ире Мурат Налчаджиоглу менән айырылған. Уның хыянатын кисерә алмаған, имеш. Унан ике йондоҙ хәҙер барлыҡ тамашаларҙа бергә сығыш яһай. Бәғзе берәүҙәр уларҙың Майамиҙа бергә ял иткәнен күреп ҡалған...
Хәҙер артистарҙың фанаттары уларҙың яҙмышы бергә буласаҡ тип юрай. Киләһе сығыштарының береһендә Киркоров Лоракка тәҡдим яһарға тейеш тигән хәбәр ҙә йөрөй.