Хәйруллиндар эше буйынса тәүге судтар үтте. Луиза СИЗО-ла ҡалды, әлегә 2 сентябргә тиклем. Ә Маратты ҡайтарып торҙолар – өйҙәге һаҡ аҫтына.
Интернетта кисәге судтан видеояҙмалар бар. Марат шул тиклем юғалған ҡиәфәттә. Ул барыһына ла, хатта ултырырға ла әҙер кеүек ине. Әллә Луизаны йәлләй, әллә намыҫы уяндымы икән? Ир бер кем менән дә аралашмай, үҙ эсенә бикләнгән.
Әйткәндәй, кисә судҡа уның әсәһе Рәмзиә Хәйруллина ла килгәйне. Ул журналистар менән теләр-теләмәҫ кенә аралашты. Улын бер нимәлә лә ғәйепле тип һанамай һәм онлайн-ставкалар тураһында бер нимә лә ишеткәне юҡ, ти.
– Ә улығыҙҙың бурыстары барлығы тураһында ла белмәй инегеҙме ни? – тип һорағас, ул:
– Беҙҙең ваҡытта кемдең бурысы юҡ һуң ул? Минеке лә бар... – тип яуап бирҙе.
Луиза уғрылыҡта, ә Марат – урлашыуҙа ғәйепләнә. Һүҙҙәре төрлө булһа ла, мәғәнәһе бер. Нисек кенә булмаһын, язаның ҙурырағы Луизаға төшөр шул... Әсәйһеҙ ҡыҙҙар ни эшләр?