Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Июль 2019, 16:38

Полицейскийға үҙе барып ҡапҡан...

Благовещен ҡалаһында була был хәл.

Фото: yandex.kz
Фото: yandex.kz
Эй, ҡыҙыҡ та инде был донъя! Дөрөҫөрәге, бәғзе берәүҙәрҙең ҡылығын ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та тиергә ҡала.
Благовещен ҡалаһында була был хәл. Бахмурҙан йонсоған ир магазинда ике шешә араҡы һәм бер шешә газлы һыуҙы сәлдерә лә, урамға сығып йүгерә һәм... туп-тура юл-патруль хеҙмәте хеҙмәткәренә барып төртөлә.
Әле енәйәт эше буйынса тикшереү эше бара.
Читайте нас