Бер юлы ун кеше, шул иҫәптән алты бәлиғ булмаған бала һәләк булды.
Был тиклем ҡорбандар килтергән аяныслы хәл Тыва Республикаһында булды.
Хәл республиканың Бай-Тайғын районында була. Кешеләр ял итер өсөн урындағы минераль сығанаҡтарға юллана. Улар УАЗ автомобилендә Шуй йылғаһын кисеп сыҡмаҡсы була, тик көслө ағымдан автомобиль ауа һәм улар бата.
Шуныһы аяныслы – машинала ике ғаилә ағзалары булған. Әле урында тикшереү эштәре бара, енәйәт эше ҡуҙғатылған.