Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Июль 2019, 14:50

590 грамлыҡ сабый иҫән ҡалған

Шулай ҙа ул әлегә дауаханала.

Фото: detkiportal.ru
Фото: detkiportal.ru
Төмән табиптары 590 грамм ауырлыҡта тыуған сабыйҙы ҡотҡарған. Был хаҡта "Ура.ру" мәғлүмәт агентлығына ҡала перинаталь үҙәгенән хәбәр иткәндәр.
Табиптар әйтеүенсә, сабый 20 көндә 723 грамға еткән. Шулай ҙа ул әлегә дауаханала ҡала, бәпәйҙең хәлен даими күҙәтеп торалар.
Табиптар бынан бер нисә йыл элек кенә үтә бәләкәй тыуған сабыйҙарҙы ҡотҡарып булмаһа, хәҙер ғәҙәти күренешкә әйләнә барыуын билдәләй. Бөгөн заманса ҡорамалдар һәм тәжрибәле белгестәр ярҙамында ваҡытынан алда донъяға килгән бәләкәстәрҙе ҡотҡарып ҡалыу мөмкинлеге артҡан.
Читайте нас: