Йылайыр районы Һабыр ауылында йәшәгән тыл ветераны Нәзифә Булатова ошо көндәрҙә 90 йәшлек ғүмер байрамын билдәләне.
Уға Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡотлау хаты килде.
Юбилярҙы Һабыр ауыл биләмәһе башлығы Илшат Солтанов менән район Советы секретары Фәнил Нәҙерғолов та ҡотланы, иҫтәлекле бүләк тапшырҙы.
Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, Нәзифә Әхмәтйән ҡыҙының зиһене шәп, хәтере яҡшы, һаулығына ла зарланмай. Ул ҡунаҡтарҙы иғтибар өсөн рәхмәт әйтеп, изге теләктәр менән оҙатып ҡалды.