Кисә генә күршеләренә инеп:
– Уй, минең иремдең ҡулы алтын, ана, мунсаны нисек ҡойоп ҡуйҙы. Тәтәй бит, тәтәй! Теләһә кем улай булдыра алмай, – тип һыу тейҙермәй маҡтаған ирен Мәмдүҙә бөгөн өҙгөсләп ташларҙай хәлдә ине.
– Кит, ғибрәт, тағы аҡса һорайһыңмы ул? – Мәмдүҙә иренә осҡон сәсеп торған күҙҙәренең ағы менән зәһәр сәнсеп ҡараны. Тегеһе нимәлер аңлатырға тип ауыҙын ғына асҡайны, йәнә шул килеш өнө тыңылды. – Нимә аҡшайҙың? Ниндәй бөткөһөҙ теләнселәү, ти, ә? Ана ашарыңа һалдым, аҡса бөтөрөп абидҡа йөрөйһө түгел. Һаҫыҡ-һоҫоҡ ысталауай ашын ашамаһын тип торам үҙеңде. Бензинға кәрәк тиһеңме? Ай, Аллам. Әллә шул нәмәне үҙең эсәһеңме? Запчасть тиһеңме? Йә, Хоҙай! Былтыр ғына әллә күпме запчасть алып бирҙем. Таҡырға таяндыраһың бит, ә!
Ҡатын урынында түҙмәй, еңмешлеген күрһәтеп, аяҡтары менән тыпырсынып-тыпырсынып алды. Бер аҙ тын ҡалып, нимәнелер иҫенә төшөргәндәй итте лә йәнә төкөрөктәрен сәсә-сәсә иренә ташланды.
– Шул машинаң берәй ҡасан туя беләме, ә? Бер аҙна элек кенә заправить иттем бит. Былай булһа, донъя көтөрһөң һинең менән! Бына минең өҫкә алмаш күлдәгем дә юҡ. Ә һин көн дә, шунса-шунса аҡса кәрәк, тип муйындан быуып алып бараһың. Нимә, нимә, кисә генә 30 мең апҡайттым тиһеңме?! Ай, Алла, берәү эшләй, ыуаҡай. Башҡа бисәләрҙең ирҙәре кеүек йөҙәр меңләп алһаң, бер хәл. Вис үҙеңә китеп тора бит. Шул өс бөртөк аҡса эсеңде көтөрҙәтеп тик торҙо инде. Ни хәл таң аттырҙың әле.
Шул аҡса тип көн дә талайһың бит. Тамам наҙайыл, түҙерлек әмәл ҡалманы. Ана, кеше ирҙәре әллә нисә эштә эшләй. Ә һин ҡайтаһың да һуҙылып ятаһың. Ялҡау! Өй һалам тиһеңме? Нимә, нимә, эшләмәйһең тиһеңме?! Әллә минең ер һөрөүемде теләр инеңме? Ана егәрлене алыр инең. Мин һиңә йәбешеп сыҡманым.
Ир машинаһының асҡысын күтәреп бәрҙе лә йәйәү атланы – эшенә барыуын барып етер ҙә ул, ҡайтҡанда бензины бөтөп ултырһа, машинаһын ҡала урамында ҡалдырып китһенме ни!
– Абау, шайлы кеше ни, ҡәбәхәт! – Ярһыған ҡатын күҙ алдынан юғалғансы ирен йыуан беләктәре менән болғай-болғай әрләп кинәнде. Унан, ни өсөн мин генә ҡайғырырға тейеш әле, тип уйлап, ҡәйнәһенә, туғандарына шылтырата башланы.
– Тамам биҙрәтте һеҙҙең шул нәмәгеҙ. Аҡса тиһәң, йәнен бирергә әҙер. Шул оңҡот ҡайҙан ғына юлыма осраған, кәпичник. Таңдан бөтә кәйефемде боҙоп сығып китте. Кәрәкмәй миңә һеҙҙең туҡал һыйырығыҙ, килеп алып ҡайтығыҙ. Бутта унһыҙ йәшәй алмайым. Хәстрүш, берәү инженер, имеш. Аҡсаһын муйынына баулап йөртөһөн. Ҡәбәхәт!
Бите ҡып-ҡыҙыл булып бүрткән ҡатын ярһый-ярһый күршеләренә юлланды. Уларға ирен әрләп кинәнес алды.
– Анауҙы әйтәм, асҡысын бәреп сығып киткән булды. Шайлы кеше ни. Ҡәбәхәт! Ҡайтһын әле, күрһәтермен әле үҙенә. Асыуымды килтерһә, өйгә керетмәҫ тә ҡуйырмын. Шашып киттең! Бынан һуң ашатырмын әле мин һиңә. Әтеү кеше танымай башланы.
Бер нисә сәғәттән ул баҙарҙа шәшке тундарының әле береһен кейә, әле икенсеһен сисә ине...