Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Июль 2019, 11:59

Луизаның картаһына аҡса күсә башлаған

Кемдәр күсерә? Ниндәй ниәттә?

Миллиондар юҡ, ә бурысты нисек тә булһа ҡайтарырға кәрәк. Ошо маҡсат менән Марат Хәйруллин Мәскәүгә билдәле тапшырыуға барып, халыҡтан аҡса йыйышырға ла һораны бит хатта.
Тәүҙә интернетта халыҡ Луизаны бик яҡлаша ине, был енәйәттең нескәлектәре тураһында белгәс, ундайҙар ҡырҡа кәмене. Аҡсаны Мараттың уйнап оттороп бөтөүе, ә Луизаның уны даими рәүештә банктан урлауы бер кемгә лә оҡшаманы.
Әммә донъяла төрлө кешеләр бар. Баҡһаң, Луизаның картаһына ҡайһы берәүҙәрҙән аҡса килә башлаған икән. Карта әле ҡатындың адвокаттарында. Урланған 25 миллион һум менән сағыштырғанда, күсерелгән сумма үтә бәләкәй – ни бары 2 мең һум. Тик был башы ғына бит әле, бәлки ярҙам итергә теләүселәр артып та китер.
Аҡса күсереүселәр, Хәйруллиндарҙың ҡылығын хупламаһа ла, быны уларҙың балаларын йәлләү сәбәпле эшләүенә баҫым яһай.
Әлбиттә, аҡсаның кәрәкле күләме йыйылмаясағы көн кеүек асыҡ. “Ҡулың менән башҡарғанды елкәң менән күтәр”, “Улар был аҡсаны оттороп, тотоноп бөткән, ә беҙ йыйырға тейешме? Дурактар юҡ әле”, “Бурҙарға күсергәнсе, мин ул аҡсаны сирле балаға бирәм” кеүегерәк комментарийҙар менән интернет тулған.