Хәйбулла районы үҙәгенең Аҡморон биҫтәһендә Урам байрамы үтте. Сараға бында йәшәгәндәр ныҡлы әҙерләнде: тирә-яҡ таҙартылды, һәр ихата төҙөкләндерелде, ишек алдары – шау сәскә.
Аҡъяр ауыл биләмәһе башлығы Эльдар Буранбаев халыҡты тәбрикләп, йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан ғаиләргә Рәхмәт хаттары, иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Райондың ветерандар советы рәйесе Ырыҫбикә Аллағолова Аҡморондоң иң төҙөк һәм матур төйәк булыуын билдәләне, бындағы ололарҙың йәштәрҙән ҡалышмай, уларға өлгө булып йәшәүенә һоҡланыуын йәшермәне.
Байрамға йәм өҫтәп, райондың һәүәҫкәр артистары бай йөкмәткеле концерт күрһәтте.
Урам байрамы артабан ошо биҫтәлә йәшәгәндәр тарафынан әҙерләнгән бай табын янында дауам итте, унда төрлө көнүҙәк мәсьәләләр хаҡында уртаға һалып һөйләшелде, киләсәккә пландар ҡоролдо.
Халыҡты туплаған, нығыраҡ дуҫлаштырған Урам байрамынан барыһы ла ҡәнәғәт ҡалды, бындай сараларҙы киләсәктә лә үткәреү кәрәклеген билдәләне.