Башҡортостан
-27 °С
Болотло
VK
OK
РУС
Telegram
Дзен
Бөтә яңылыҡтар
10
Йәмғиәт
14 Июль 2019, 14:45
Аҡса яуа-а-а-а!
Трассала машинала китеп барғанда ҡапыл аҡса яуа башлауына тәүҙә ышанырға ла, ышанмаҫҡа ла белмәйҙәр...
Фото: prodelo.com.ua
Ысынлап та, донъяла ғәжәп хәлдәр булып тора. Быныһына Американың Джорджия штатында йәшәгәндәр үҙҙәре шаһит.
Трассала машинала китеп барғанда ҡапыл аҡса яуа башлауына тәүҙә ышанырға ла, ышанмаҫҡа ла белмәйҙәр. Ул шул тиклем күп! Кешегә нимә инде, шул ғына кәрәк – машиналарын туҡтатып, кемуҙарҙан күктән төшкән аҡсаны йыя башлайҙар.
Ә хәл былай булған. Уларҙан алда аҡса тейәп китеп барған машинаның ишеге асылып китеп, эстәге байлыҡ яуа башлаған.
Их, беҙҙә лә шулай аҡса “яуып” алһа икән...
Читайте нас:
Дуҫтар! Беҙҙең телеграм-каналға яҙылығыҙ!
Өфө һәм Башҡортостан тураһында яңылыҡтар — һеҙҙең смартфонда.