Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Июль 2019, 18:18

Һигеҙ йәшлек ҡыҙға ни булған?

Күршеһенең эше...

Фото: vk.com
Фото: vk.com
Дыуан районында йәшәгән бер ҡатын социаль селтәр аша республика етәксеһенә мөрәжәғәт итте.


Әйтеүенсә, ошо көндәрҙә уның һигеҙ йәшлек һеңлеһен күршеләренең бал ҡорттары саҡҡан. Инцидент Ҡаракүл ауылының Үҙәк урамында булған.


“Бала ауыр хәлдә. Участкаһынан умарталарын алыуҙы һорайбыҙ, ә күршебеҙ быны кире ҡаға. Хәүефһеҙлек йәһәтенән бер ниндәй сара күрмәй, күстәрен йыл һайын арттыра, быйыл улар – ҡырҡҡа яҡын. Бал ҡорттарынан балалар ҙа, ололар ҙа сағылып тора. Ауыл хакимиәте лә беҙҙең мөрәжәғәттәргә бәйле бер ниндәй сара күрмәй”, – тип яҙҙы Ксения һәм ҡазаланған ҡыҙҙың фотоһүрәттәрен ҡуйҙы.


“Һис һүҙһеҙ, бындай хәл булырға тейеш түгел. Уны Дыуан районы хакимиәте менән берлектә тикшерәсәкбеҙ, быға бер ни тиклем ваҡыт талап ителәсәк”, – тип яуап бирҙе хатҡа Башҡортостан Башлығы хакимиәте ҡарамағындағы эш төркөмө хеҙмәткәре.
Читайте нас: