Күгәрсен районының данлыҡлы Мораҙым тарлауығында республика йәштәр йыйыны үтте.
Уның башланыуы, барған саралар тураһында хәбәр иткәйнек инде. Байрамда республиканың 24 районы һәм ҡалаһынан ике меңдән ашыу кеше ҡатнашты.
Ойоштороусылар – Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, Ирекмәндәр хәрәкәте һәм йәштәр башланғысы үҙәге, Күгәрсен районы хакимиәте.
Улар йәштәргә иҫ киткес матур тәбиғәт ҡосағында онотолмаҫлыҡ ял көндәре бүләк итте. Егет-ҡыҙҙар башҡорт теле буйынса бәхәстә, ижади конкурстарҙа, спорт ярыштарында, кисәләрҙә ҡатнашты, дискотекала бейеп кинәнде.