Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Июль 2019, 00:02

Шуй йылғаһы аша сығабыҙ тип...

Тывала булған ҡот осҡос фажиғә тураһында хәбәр иткәйнек. Был хәлгә бәйле аныҡлыҡтар бар.

Фото: google.com
Фото: google.com
Кисә иртән Тыва республикаһында булған ҙур фажиғә тураһында хәбәр иткәйнек. Был хәлгә бәйле аныҡлыҡтар бар.


УАЗ машинаһында 14 кеше китеп барған, өҫтәүенә дүрт һарыҡ тейәлгән булған. Шуй йылғаһына килеп еткәс, кешеләрҙең икәүһе ярҙа ҡалған, 12-һе машина менән икенсе яҡҡа сығырға иткән.
Йылғаның уртаһына еткәс, машинаның двигателенә һыу эләгә, ул һүнә. Ағым һыу автомобилде алып китә башлай. Ике ир һәм бер ҡатын унан сығып, машинаны туҡтатып ҡарай, тик көстәре етмәй.


Һөҙөмтәлә машинала ултырып ҡалған кешеләр, шул иҫәптән ете бала һәләк була. Тышҡа сыҡҡан ике ир ҡотолоп ҡала. Ә бына улар менән бергә сыҡҡан ҡатынды ағым һыу алып китә. Әле уның кәүҙәһен тапмағандар. Һәләк булғандарҙың береһе туйына әҙерләнеп йөрөгән булған...


12, 13 июль Тывала матәм көнө тип иғлан ителде.
Читайте нас: