Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Июль 2019, 00:22

Автобус түңкәрелгән...

Бөгөн Белорет – Өфө юлында ҡот осҡос фажиғә...

Йән өшөткөс ваҡиғалар булып тора. Бөгөн Белорет – Өфө юлында ҡот осҡос фажиғә: туристар китеп барған автобус түңкәрелгән.


Унда Татарстан сәйәхәтселәре булған. Салонда - 39 пассажир. Алдан алған мәғлүмәттәр буйынса, 20 тирәһе кеше зыян күргән. Ҡайһылары салонда ҡыҫылған.


Әлеге ваҡытҡа ҡазаға тарығандар хаҡында башҡа мәғлүмәт юҡ. Аварияның сәбәбе тикшерелә. Фажиғә урынында дәүләт автоинспекцияһы һәм медицина хеҙмәткәрҙәре эшләй.


Читайте нас в