Алты кешенең ғүмерен өҙгән аварияның яҡынса сәбәптәре асыҡланды. Водитель белдереүенсә, фажиғә көслө ямғыр һөҙөмтәһендә килеп сыҡҡан. Күрәһең, автобус тайып киткәндер.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, кисә кис туристар тейәлгән автобус Белореттан Өфөгә китеп барғанда, Архангел районында ауа. Һөҙөмтәлә алты кеше һәләк була, 21 кеше дауаханаға оҙатыла. Улар араһында ике бала ла бар. Хәлдәре үтә ауыр кешеләрҙе Өфөгә, ҡалғандарын Архангел, Ҡырмыҫҡалы райондары дауаханаларына оҙатҡандар. Бәлә-ҡазаһыҙ ғына ҡотолған 13 кеше ваҡытлы урынлаштырыу пунктына оҙатылған.
Автобуста бөтәһе 39 кеше була. Асыҡланыуынса, улар – Татарстандың Яр Саллы ҡалаһынан Башҡортостанға килгән туристар. Шүлгәнташ мәмерйәһен ҡарағандан һуң, Өфө аша үҙ ҡалаларына, Яр Саллыға, ҡайтырға планлаштырғандар...
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы базаһында ҡыҙыу линия асылған. Унда һәләк булғандар һәм йәрәхәтләнгәндәрҙең туғандары мөрәжәғәт итә ала. Номеры – 7 (347) 248-12-84.
Авария эҙемтәләрен бөтөрөүҙә 27 берәмек техника, 94 кеше ҡатнашҡан.
Әле был фажиғә буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Хәлде асыҡлау дауам итә.