Яңылыҡтарҙы һуғыш яланынан тапшырабыҙмы ни... Бөгөн йәнә авария, йәнә кешеләр үлгән.
“Бәйләнештә” социаль селтәрендәге “БашДТП” төркөмөнән хәбәр ителеүенсә, был юлы юл-транспорт фажиғәһе Иглин районында, Павловка яғына боролған урында булған.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса өс автомобиль бәрелешкән. Өс кеше вафат булған, икәүһе дауаханала.
Фажиғәнең сәбәптәре асыҡлана. Әгәр дөрөҫ булһа, аварияны ойоштороусы иҫерек булған, тиҙәр...