Ике ҙур йөк машинаһы махсус рәүештә бер-береһе менән төкөшә. Был ни өсөн кәрәк булды икән?
Был хәл бөгөн М5 трассаһында, Силәбе өлкәһенең Йүрүҙән ҡалаһы янында була. Китеп барған ерҙән бензин ташыусы машинаның ҡапыл тормоздары сафтан сыға. (Әйткәндәй, номерҙарына ҡарағанда, ул Башҡортостандаҡы). Бының башҡалар, айырыуса еңел автомобилдәр өсөн ни тиклем хәүефле булыуын аңлатып тороу кәрәкмәйҙер. Ҙур тиҙлектә әллә нисә тонналы фура килеп менһен әле! Тәүбә!
Бөгөнгө ваҡиғаның да ҙур фажиғә менән тамамланыуы ихтимал ине. Тик мөғжизә тип әйтәйекме, әллә водителдәрҙең профессионализмы микән? Ике йөк машинаһы водителе рация аша бәйләнешкә инә, һәм алдағыһы, үҙен, машинаһын, йөгөн аямай, бензовозға үҙенә бәрелергә рөхсәт итә. Йөк машинаһы килеп төкөлгәс, улар ипләп кенә туҡтарға тырыша башлай. Ярайһы ғына барғас, юл хәрәкәтендә ҡатнашҡан башҡаларға зыян китермәй улар туҡтауға өлгәшә. Шөкөр, ҡорбандар юҡ.
“Бына исмаһам егетлек!”, “Афарин водителдәр, бик профессионалдарса эшләнегеҙ”, “Тәжрибәле, яуаплы водителдәр, күпме кеше ғүмерен ҡотҡарып ҡала алдылар” кеүегерәк комментарийҙар яҙалар был турала социаль селтәрҙәрҙә.
Уҙған аҙнаның ҡот осҡос ҡорбандар килтереп, авария өҫтөнә авария теркәлеүен иҫәпкә алғанда, был яңылыҡ ниндәйҙер өмөт уята кеүек. Юлдағылар һәр ваҡыт бер-береһен аңлашып, хөрмәт итеп йөрөһөн ине. Өйҙә һәр кемде яҡындары көтә бит!