Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Июль 2019, 13:03

Полицейский – дауаханала, енәйәтселәр – һаҡ аҫтында

Ял көндәрендә Өфө ҡалаһының Совет районында полиция хеҙмәткәрҙәре менән күңел асыу үҙәгендә ял иткән бер нисә егет араһында низағ сыҡҡан.

Фото: 02.мвд.рф
Фото: 02.мвд.рф
Ял көндәрендә Өфө ҡалаһының Совет районында полиция хеҙмәткәрҙәре менән күңел асыу үҙәгендә ял иткән бер нисә егет араһында низағ сыҡҡан. Һөҙөмтәлә бер полиция хеҙмәткәре йәрәхәтләнгән.
Низағ тураһында саҡырыу алған полиция хеҙмәткәрҙәре һуғышыусыларҙы айырырға теләй, әммә билдәһеҙ егеттәр хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәренә ташлана. Улар бер хеҙмәткәрҙе ныҡ ҡына туҡмай һәм уның пистолетын тартып ала. Аҙаҡ улар еңел автомобилдә ваҡиға урынынан ҡаса.


Йәрәхәтләнгән хеҙмәткәрҙе дауаханаға оҙаталар. Һуңғараҡ енәйәтсе егеттәрҙең машинаһының эҙенә төшөп, уларҙы ҡулға алалар. Был эш буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Низағта Октябрьский ҡалаһынан элек хөкөм ителгән 31 йәшлек, Бәләбәй районынан 26 йәшлек һәм Өфө ҡалаһынан 22 йәшлек егеттәр ҡатнашыуы асыҡланған.
Читайте нас: