Туристар менән Башҡортостанда ҡолаған автобус водителе 18 тапҡыр тиҙлекте арттырыу өсөн язаға тарттырылған булған.
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров был хәлгә ҡарата үҙенең ҡарашын белдерҙе.
– Кисә йәрәхәтләнгәндәргә ярҙам күрһәткәндә һәм хәлдең сәбәптәрен асыҡлағанда, түбәндәгеләр билдәле булды: 1. Әллә ҡайҙан килеп сыҡҡан сифатһыҙ автобустарҙа йөрөү – үлем менән уйнауға тиң. Бәрелгән саҡта уның ултырғастары йолҡоноп бөткән, пассажирҙарҙың иҫән ҡалыу мөмкинлеге булмаған тиерлек. 2. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, пассажирҙар ҙа вайымһыҙ. Үлгәндәр башлыса хәүефһеҙлек ҡайышын эләктермәгән булған. Эләктергәндәр – иҫән ҡалды. 3. Беҙҙең илдә водителдәрҙең эш сифатын контролдә тотоу һаман да көйләнмәгән. Әлеге Яр Саллы водителе лә тиҙлекте арттырған өсөн әллә нисә тапҡыр яуаплылыҡҡа тарттырылған булған, тик уға ҡарата бер ниндәй санкциялар ҙа ҡулланылмаған, уға кешелер ғүмерен ышанып тапшырыуҙы дауам иткәндәр...” тип яҙҙы ул социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә.
Төбәк етәксеһе был фекерҙәренә һығымта яһап, сифатһыҙ автобустарҙы юлға сығармаҫҡа тәҡдим итә. Шулай уҡ водителдәргә ҡарата ла язаны ҡатыраҡ итеү яҡлы ул. Мәҫәлән, өс тапҡыр тиҙлекте арттырып тотолдо икән, уны башҡаса рулгә ултыртмаҫҡа. Иң кәмендә дәүләт предприятиеларында быны эшләп ҡарарға кәрәк... Шулай уҡ пассажирҙарға ла үҙ ғүмере өсөн яуаплыраҡ булырға, хәүефһеҙлек ҡайыштарын эләктерергә кәңәш итә Радий Фәрит улы.
– Тигеҙ, идеаль юл, һыҙаттар күренеп тора, асыҡ урын. Буш урында сыҡҡан авария. Эйе, ямғыр яуып торған, был саҡта яйыраҡ йөрөү зарурлығын водитель белергә тейеш бит, – тине Радий Хәбиров оператив кәңәшмә мәлендә.
Әле үлгәндәрҙең кәүҙәһе Өфөлә, уларҙы тикшергәс, туғандарына бирәсәктәр. Дауаханалағыларҙың хәле даими контроль аҫтында. Иртән ауыр хәлдәге бер кешегә операция яһалған. Һигеҙ кешене, шул иҫәптән бер баланы Яр Саллынан туғандары алып ҡайтып киткән.