Һуңғы көндәрҙә юлда транспорт фажиғәләренең күплеге, кеше ғүмерҙәренең өҙөлөүе хаҡында иҫкәртеүҙәр булыуға ҡарамаҫтан, машина йөрөргә рөхсәте булмағандарҙың “тимер ат”ты йүгәнләүе аптырата. Ундай “текә” водителдәр хатта янына пассажирҙар ултыртып алырға ла тартынмай.
Ошондай күңелһеҙ хәлдәрҙең береһе Йылайыр районында ла теркәлгән. Ял көндәрендә Бикйән – Байғужа ауылдары араһында “Renault Logan” автомобиле юлдан осҡан.
Машина менән Сибай ҡалаһынан 17 генә йәшлек ҡыҙ идара иткән. Әлбиттә, уның транспорт йөрөтөүгә танытмаһы булмаған. Ҡыҙ үҙенең генә түгел, пассажир итеп алған һигеҙ йәшлек баланың да ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйған.
Йәрәхәтләнгән бала әле дауаханала.