Кисә Ҡазандан Санкт-Петербургка юлланған самолет һауаға күтәрелгәс тә, эстә төтөн еҫе тойола. 185 пассажир ултырған салонда ғауға башлана.
Приборҙар һул двигателдең төҙөк булмауын күрһәтә. Судно командиры лайнерҙы кире бороу тураһында ҡарар ҡабул итә. Самолеттың сараһыҙҙан ергә ултырыуы имен үтә.
Рәсәй Тәфтиш комитетының Волга буйы транспорт тәфтиш идаралығы ваҡиғаны асыҡлау буйынса тикшереү алып бара.