Әбйәлил районында була был хәл. Зеленая Поляна ауылында урындағы магазин янында билдәһеҙ водитель велосипедта йөрөгән һигеҙ йәшлек баланы тапата һәм авария урынынан ҡаса.
Малайҙы төрлө тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙаталар. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре шунда уҡ водителде эҙләй башлай. Уны тиҙ арала асыҡлайҙар һәм тотаталр.
Кем булған тиһегеҙме? 26 йәшлек ҡыҙ! ВАЗ-2114 автомобиле менән идара иткәндә һәм баланы тапатҡанда ул ныҡ иҫерек булған. Әле эште тикшереү бара.