Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Июль 2019, 15:10

Дауаханала ҡалдырған улымды эҙләйем!

Уны һаман онота алмайым, күрһәм, ҡыҫып-ҡыҫып яратыр инем...

Фото артистың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.
Фото артистың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.
Бынан 18 йыл элек телевизор экрандарына сыҡҡан "Ай ҡыҙы" күп сериялы фильмды халыҡ яратып ҡабул итте. Уны ҡабатлап күрһәткән һайын бер нисә тапҡыр ҡараған кешеләр бихисап.


Киноның төп геройҙарының береһе Айһылыу – Эльмира Юлдашеваны халыҡ айырыуса йылы ҡабул итте. Уның өсөн борсолдо, шатлыҡтары булһа, ҡыуанды. "Ай ҡыҙы" бөгөн үҙе – өс бала әсәһе. Игеҙәктәре Нурислам менән Нуриҙәгә – 16 йәш. Егет Өфө автотранспорт колледжында белем алһа, һылыу – кооператив техникум студенты. Ә Динисламға тиҙҙән 11 йәш тула.


– Киноға төшкән ваҡыттарҙы һағынып иҫкә алам. Асы халҡы ҡунаҡсыл, ихлас булып хәтерҙә ҡалған. Тағы шуныһы – мин кинола "әсәй" булдым. Өфөнөң 4-се бала табыу йортонда миңә бер малайҙы биреп торҙолар. Ошо ҡыҫҡа ғына ваҡытта шул бәпесте ныҡ яратып өлгөрҙөм, үҙемдеке һымаҡ ҡабул иттем. Хатта һуңынан уны ҡалдырып киткәс, күңелгә ҡыйын булып торҙо, – тип
хәтирәләргә бирелде артист. – Хәҙер үҙем өс бала тәрбиәләһәм дә, шул “балам”ды һаман онота алмайым, күрһәм, ҡыҫып-ҡыҫып яратыр инем. Бәлки, гәзит уҡыусылар уны табышырға ярҙам итер...
Читайте нас: