Ҡырағай, махсус йыһазландырылмаған пляжда һыу инергә бушҡа ғына тыялар тиһегеҙме? Был ысынлап та бик хәүефле. Быға сираттағы дәлил – кисә Якутияла булған хәл.
Лена йылғаһында, ҡырағай пляжда һыу инеп йөрөгәндә өс бала һәм дүрт өлкән кеше батып үлә.
11 кешенән торған төркөм яр буйында ял итә. Иң тәүҙә һыуға балалар төшә һәм бата башлағас, ярҙамға саҡыралар. Тик уларҙы ҡотҡарырға тырышҡан кешеләр хәбәрһеҙ юғала.
Урынға шунда уҡ ҡотҡарыусылар килә һәм балаларҙы һыуҙан сығара. Реанимация саралары башҡарып ҡараһалар ҙа, һуң була. Һуңғараҡ водолаздар һыуҙан дүрт өлкән кешенең дә кәүҙәһен таба.
Ҡотҡарыусылар һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы вәкилдәре иҫкәртә: махсус әҙерләнгән пляждарҙа ғына һыу инергә кәрәк. Ҡырағай пляждарҙа ял итеү һәм һыу инеү бик хәүефле.