Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Июль 2019, 19:23

Үлтерелгән стюардесса тирәһендә шау-шыу тынмай

Тимәк, самолетта осоуҙан тыш, уның өҫтәмә аҡса сығанағы ла булған?..

Фото: Инстаграм
Фото: Инстаграм
Альбина Мөхәмәтйәнова... Мәскәүҙә йәшәгән татар ҡыҙының үлеме интернетта ҙур ғына тауыш ҡуптарҙы.
23 йәшлек стюардесса ҡыҙҙың туғандары уның төнгө клубтарҙа бейеүе һәм массаж яһау менән шөғөлләнеүе тураһында белдергән. Тимәк, самолетта осоуҙан тыш, өҫтәмә аҡса сығанағы ла булған? Нисек? Ни рәүешле? Аңлатып тороу кәрәкмәйҙер...
Быларҙың барыһы ла нимә менән бөттө һуң? 10 июлдә Мәскәү ҡунаҡханаларының береһендә бүлмә йыйыштырыусы уның үле кәүҙәһен таба. Ҡыҙҙы быуып үлтергән егет тә табылған, тиҙәр. Ул ҡара эшен ҡылғас, номерҙы тағы бер тәүлеккә оҙайтып сығып тайған. Кәүҙә табылған отель хеҙмәткәрҙәре Альбинаны даими ҡунаҡ булараҡ белә. Ул ғәҙәттә номерҙы 6-12 сәғәткә ала, ваҡытын яңғыҙ үткәрмәй...
Төптән уйлап ҡараһаң, был интернеттағы, инстаграмдағы сағыу тормошто күреп, ундағы “йондоҙҙар” кеүек матур һәм еңел тормош теләгән ябай ҡыҙҙар бәләһе. Бәләкәй ҡалала тыуып үҫкән Альбинаның да бай һәм матур йәшәгеһе килгәндер... Бының өсөн ҙур аҡса кәрәклеген аңлағас, уларҙы эшләүҙең иң еңел ысулын тапҡандыр...
“Үҙ башына тапҡан”, тигәндәр менән дә килешеп булмай. Ҡыҙ ниндәй генә булһа ла, бер кемдең дә уның ғүмерен ҡыйырға хаҡы юҡ ине бит.
Әлбиттә, ҡыҙ йәл. Йәшәргә лә йәшәргә ине уға. Ә бына башҡаларға һабаҡ булһын...
Читайте нас: