Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Июль 2019, 18:15

Самолет осоп төшкән… йорт өҫтөнә

Иртәнге сәғәт 8-ҙә, яңы көн башланыр алдынан була был хәүефле хәл.

Фото: mail.ru
Фото: mail.ru
Шулай ҙа була икән… Еңел моторлы самолеттың пилоты, идара итеүҙе юғалтып, шәхси йорт өҫтөнә килеп төшә.
Иртәнге сәғәт 8-ҙә, яңы көн башланыр алдынан Чечняның Новощедринск станицаһында була был хәүефле хәл. Самолет мороно һәм уң ҡанаты менән өйҙө емерә. Ярай әле, йәрәхәт алһалар ҙа, ике ҡатын да, бала ла иҫән ҡала. Әле улар дауаханала.
Летчик та имгәнгән, әммә тере. Ергә килеп төртөлгәс, самолетта янғын сыҡмай, техникаға әллә ни зыян теймәгән.
Читайте нас: