Ҡыш көнө Учалылағы атышты иҫләйһегеҙме? Унда дүрт кеше һәләк булғайны... Шул иҫәптән Хилажевтар ғаиләһе лә әйтеп бөткөһөҙ ҙур зыян күргәйне: Зариф ҡаты яраланды, ҡатыны Гөлсиә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, гүр эйәһе булды.
Зарифтың хәле үтә ауыр булһа ла, оҙаҡ ҡына дауаханала ятып, ул терелеп китте. Ике балаһы бәхетенә күрәһең.
Әле был ҡурҡыныс көндән һуң ярты йыл самаһы ваҡыт үтеп китте. Беҙ Зарифтың тормошон Инстаграмм аша күҙәтеп барабыҙ. Ғаилә башлағының балалары менән бергәләп ял итеүе, төрлө урындарға сәйәхәт ҡылыуы бик ҡыуандыра. Ул үҙе лә, балалары ла шат кеүек. Әлбиттә, һөйөклө ҡатынын, берҙән-бер әсәләрен юғалтыу ҡайғыһы тиҙ генә онотолмай, шулай ҙа Хилажевтар маһ бирмәй.
Ошо көндәрҙә генә Зариф ҡулында ярты йыл буйы йөрөткән ҡорамалды сисеп ташлауҙары тураһында хәбәр итте. “ВЭЛМ” клиникаһында систеләр. Алты ай... Яңынан йоҡларға өйрәнергә кәрәк” тип яҙҙы ул Инстаграммында. “Ниһайәт! Ҡалай шәп булған!”, “Тиҙерәк шәбәй, ҡустым”, “Ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ һеҙгә” тигән комментарийҙар аша Зарифҡа һаулыҡ теләне уның таныштары.
Зарифҡа һәм уның балаларына уңыштар теләйбеҙ.