Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Июль 2019, 16:37

1028 литр – бер Ғафуриҙа ғына...

Районда көрәш ҡаты бара.

Фото: m.news.yandex.ru
Фото: m.news.yandex.ru
Ғафури районында законһыҙ рәүештә иҫерткес эсемлектәр һатыусыларға ҡаршы көрәш әүҙем бара.
Район Советы секретары Рәшит Монасипов әйтеүенсә, лицензияһыҙ алкоголле эсемлектәр йөрөткән биш водитель, араҡы һатыу менән шөғөлләнгән 26 кеше яуапҡа тарттырылған, бер йүнселдең эше арбитраж судҡа тапшырылған, өс кешегә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Бөтәһе ярты йыл эсендә 1028 литр алкоголле эсемлек тартып алынған.
Читайте нас: