60 йыл элек кеше ғүмеренә уҫал ниәттә яҫҡыныусы булараҡ хөкөм ителгән Өфө пенсионеры шул мәлдә сығарылған ҡарарҙы юҡҡа сығарыуҙы һәм исемен аҡлауҙы талап итә һәм суд юлында йөрөй.
Ул ғүмеренең 13 йылын ҡылмаған енәйәт өсөн төрмәлә ултыра.
60 йыл элек күрше ҡатындарына балта менән һуғыуҙа ғәйепләнеп, хөкөм ҡарары сығарыла, Фәтхулла Исхаҡов 13 йылға иркенән мәхрүм ителә.
2000 йылдарҙа был енәйәттә уның ҡатнашлығы булмауы асыҡлана, шаһиттар ҙа яңылыш мәғлүмәт биреүе тураһында һөйләй, тик Исхаҡовтың эше буйынса һуңғы ҡарар әлегә тиклем сығарылмаған.
17 июлдә һуңғы ҡарар сығарыу өсөн уны Юғары судҡа саҡыралар. Ултырыш мәлендә уға ҡыйын булып китә, ҡан баҫымы күтәрелә, уны ашығыс ярҙам менән дауаханаға алып китәләр. Ултырыш 7 авгусҡа күсерелә.