Быйыл Гиннестың рекордтар китабы һатыуға сыҡты.
Унда яңы асыштар индерелгән. Мәҫәлән, донъялағы иң ҡарт диджей титулы японка Сумико Ивамуроға, икенсе исеме менән әйткәндә, Сумирокка бирелгән.
83 йәшлек инәй Токионың төнгө клубтарының береһендә диджей булып эшләй. Был һөнәргә ул 77 йәшендә уҡып ала. Был күңелсәк, еңел һөйәкле әбекәй көндөҙ ҙә тик тормай: ошондағы ресторанда ашнаҡсы булып эшләй. Бына, исмаһам, позитив кеше!