Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Июль 2019, 19:58

"Һаҡлай алмағанға ғәфү ит..."

Уҙған ял көндәре Талҡаҫ күленә барып...

Фото: vk.com
Фото: vk.com
Уҙған ял көндәре тәбиғәттә ваҡыт үткәреү өсөн бик ҡулай булды. Эҫе, елһеҙ көн менән файҙаланып, бер төркөм хеҙмәттәштәр ғаиләләре менән бергә Талҡаҫ күленә сыға.
Матур табын әҙерләнә, кемдәрҙер һыу инергә төшөп китә. Хеҙмәттәштәрҙең береһенең һигеҙ йәшлек малайы менән бергә Клим исемле егет тә күлгә инә. Улар өрөп тултырылған матраста йөҙөп китә. Ҡапыл сыҡҡан көслө ел матрасты тәрәнгә алып китә һәм түңкәрә. Малай менән егет бата башлай. Клим юғалып ҡалмай, малайҙы һыу аҫтынан һөйрәп сығарып өлгөрә.
Был хәлде күреп торған кешеләр һәм малайҙың атаһы уларға ярҙамға ашыға. Кемдер йөҙөп, кемдер кәмә менән алға ташлана. Улар килеп еткәндә, малай һуңғы көсөн йыйып, саҡ-саҡ һыу өҫтөндә ҡала. Малайҙы тиҙ арала һөйрәп сығарып кәмәгә һалалар, ә егет табылмай.
Бик ҡыҙғаныс: уның кәүҙәһен ике көндән һуң ғына водолаздар табып сығара. Был хәл тураһында социаль селтәрҙәрҙә ҡотҡарылған малайҙың атаһы яҙҙы.
“Миңә Климдың ата-әсәһе һәм һөйгән ҡыҙы алдында бик оят. Беҙ һыу инергә бергә төшөргә планлаштыра инек, уларҙың алдараҡ киткәнен күрмәй ҡалғаныма ныҡ үкенәм. Талантлы, киң күңелле кешене юғалттыҡ. Һаман быға ышанып булмай. Клим, һаҡлай алмағанға ғәфү ит”, тип яҙҙы ул.
Читайте нас: