Башҡортостан
-25 °С
Болотло
VK
OK
РУС
Telegram
Дзен
Бөтә яңылыҡтар
10
Йәмғиәт
17 Июль 2019, 13:48
Ат баланың ғүмерен өҙгән...
Малды ирекле сығарып ебәреүҙе ҡасан туҡтатырбыҙ?
Фото: yandex.ru
Һуңғы ваҡытта аҡса, байлыҡ артынан ҡыуыусылар күбәйҙе. Ә бит йәшәү йәме бөтөнләй икенсе нәмәлә. Иң мөһиме – иң ғәзиз балаларың, яҡындарың, туғандарың имен-һау булһын. Уларҙың эргәлә булыуына бер ни етмәй!
Ә бына Әбйәлил районының Боранғол ауылында биш йәшлек малайын юғалтҡан ата-әсәгә хәҙер нимә эшләргә?! Нисек кенә уларҙың оло ҡайғыһын еңеләйтергә?
Ошо дүшәмбелә бәләкәй генә баланы ат типкән, һәм ул иҫен юғалтҡан. Малайҙың башына операция яһайҙар, әммә ул иҫенә килмәй һәм реанимацияла йән бирә.
Бәләкәй генә кешенең ғүмере аяныслы өҙөлгән. Уның ҡолонсаҡтай уйнар, шаярыр, ата-әсәһенең һөйөү-наҙына иркәләнеп йәшәр сағы ине лә бит...
Әйткәндәй, хәҙер күп кенә ауылдарҙа аттар, ғөмүмән, мал көтөүһеҙ йөрөй. Улар арҡаһында юл-транспорт фажиғәләре лә күпләп теркәлә. Һөҙөмтәлә әллә күпме кеше ҡаза күрә. Ошо хәлдәрҙе туҡтатһаҡ ине...
Читайте нас:
Дуҫтар! Беҙҙең телеграм-каналға яҙылығыҙ!
Өфө һәм Башҡортостан тураһында яңылыҡтар — һеҙҙең смартфонда.