"Татар-информ" мәғлүмәттәре буйынса, Евпатория янындағы "Лучистый" лагерында ҡырҡтан ашыу бала ризыҡ менән ағыуланып, дауаханаға эләккән.
Әле улар – ҡала дауаханаһында. Табиптар балаларҙың хәлен уртаса тип баһалай.
Республика Президенты Рөстәм Миңлеханов был хәлде шәхси күҙәтеү аҫтына алды. Балаларға медицина ярҙамы күрһәтеүҙә булышлыҡ итергә, был хәлдең сәбәптәрен тикшерергә ҡушты.
Ҡырым хакимиәте балаларҙың хәле хаҡында Татарстанға даими хәбәр итеп тора.