Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Июль 2019, 00:42

Элина ниңә үлгән?

Яҡташыбыҙҙың һуңғы процедураһы була был...

Фото социаль селтәрҙән.
Фото социаль селтәрҙән.
Күңелһеҙ яңылыҡтар менән донъя тулған. Сираттағыһы тураһында бөгөн билдәле булды: ял көнө Мәскәү ҡалаһында Өфө ҡыҙы һәләк булған. Юҡ, үлтереү ҙә, көсләнеү ҙә түгел. 29 йәшлек ҡыҙ медицина үҙәгендә битенә массаж эшләткән мәлдә үлгән.


Элина Б. косметологтар хеҙмәте менән йыш файҙаланған. Кемдең матур һәм мәңге йәш булғыһы килмәһен инде? Ул ирендәрен ҙурайтҡан, ринопластика ла яһатҡан. Үлеренә бер нисә көн алда ҡыҙ икенсе салонда булған. Элинаның тәнендә бик күп укол эҙҙәре ҡалған. Был косметология процедураһы эҙемтәһе булыуы ихтимал. Шуға әле уның ниндәй салонда булыуын асыҡларға тырышалар.
Медицина үҙәге хеҙмәткәрҙәре белдереүенсә, ҡыҙҙың битенә массаж яһаған мәлдә уның тәне тартыша башлай, ауыҙынан күбек китә. Ашығыс ярҙам килеп еткәндә, ул үлгән була. Массаж яһаусының һүҙҙәренә ҡарағанда, ул ҡыҙға башҡа бер процедура ла яһамаған.
Элинаның атаһы әле Мәскәүҙә, берҙән-бер ҡыҙының кәүҙәһен алып ҡайтырға юлланған.

– Беҙ Чесноковкала йәшәйбеҙ. Ҡыҙыбыҙ ошонда тыуҙы. Халыҡ-ара туризм академияһын тамамланы. Ике йыл Төркиәлә эшләгәс, Мәскәүгә ҡайтты һәм банкка урынлашты. Байрамдарҙа һәм ялында өйгә ҡайта ине. Уның дуҫтары бик күп, туғандары унан өлгө ала ине, – ти Элинаның атаһы. – Әгәр мөһим процедуралар яһаһа, ул һәр саҡ әсәһе менән кәңәшләшер ине. Эйе, ул битен һәм кәүҙәһен тәртиптә тотто, ҡараны, спорт менән шөғөлләнде. Һуңғы процедураһы – ни бары бит массажы ғына ине...
Әйткәндәй, атай кеше бер кемгә ла дәғүә белдермәй. Табип хатаһы булһа ла, кем генә яңылышмай инде тигән фекерҙә ир.
– Интернетта уның күҙ ҡараһы киңәйгән тип яҙалар – мине был аптырата. Ул хатта байрамдарҙа ла спиртлы эсемлектәр эсмәй ине. Фотоға төшөр өсөн генә фужер тота торғайны. Эсмәне һәм тартманы, сәләмәт тормош алып барҙы, – ти ул.
Элинаның атаһы белдереүенсә, судмедэкспертиза үткәрелгән, тик әлегә уның һөҙөмтәләре билдәле түгел. Бөгөн улар ҡыҙҙарының кәүҙәһен күмеүгә рөхсәт алмаҡсы.
Табиптар был хәл тураһында бик ипле генә фекер белдерә. Бәлки, процедура мәлендә инсульт йәки эпилепсия өйәнәге башланғандыр. Тикшереү бөтмәйенсә, сәбәптәр тураһында бер нимә лә әйтеп булмай.
Читайте нас: