Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Июль 2019, 01:14

Икеһе лә һыуҙан сыға алмай

Район башлығы урынбаҫары ла, үҫмер ҙә...

Фото: yandex.ru
Фото: yandex.ru
Был хәл Кемеров өлкәһендәге Яй йылғаһы буйында була.


16 йәшлек үҫмер һыу инергә килә. Йылғаның тәрән урынына ингәс, уны һыу кинәт аҫҡа тарта башлай. Малайҙың тауышын ишетеп ҡалған ир күп уйлап тормай ярҙамға ташлана.


Яй районы башлығы урынбаҫары үҫмер эргәһенә барып етә-етеүгә, әммә үҙенең дә хәле бөтә, һушын юғалта.


Ҡыҙғаныс, ярға алып сыҡҡанда ул йән биргән була. Табиптар ҙа ярҙам итә алмай. Үҫмерҙең кәүҙәһен бер нисә сәғәттән һуң ғына табалар. Был урында һыу инергә ярамағанлыҡтан, ҡотҡарыусылар ҙа булмай.


Ошо фажиғәнән һабаҡ алыусылар булырмы? Һыу инеү өсөн тәғәйенләнгән махсус урындарҙа ғына ҡойонорға ғәҙәтләнегеҙ тип тағы ла иҫкәртмәксебеҙ.
Читайте нас: