Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Июль 2019, 23:48

“Кәләшемдең фамилияһына күсәм”

Әсәһе хатта улы менән аралашмай башланы...

Фото: Олег Яровиков
Фото: Олег Яровиков
Ауылыбыҙҙа бер егеттең өйләнгәс ҡатыны фамилияһына күсеүенә бөтә халыҡ ғәжәп итте. Әсәһе хатта улы менән аралашмай башлағайны.


Бындай хәлдәр һирәк булһа ла осрап тора. Күптән түгел Өфө ҡалаһының Орджоникидзе районы ЗАГС-ында ла кейәү егете никахтан һуң һөйгәненең фамилияһына күскән.


Район ЗАГС бүлеге начальнигы Людмила Гвоздик әйтеүенсә, гүзәл заттарҙың 70 проценты тирәһе ир фамилияһын һайлай. Ҡалған 30-ы, документтар мәшәҡәтенә һылтанып, ҡыҙ фамилияһында ҡала.
Ә ҡатыныныҡына күскән ирҙәрҙә ниндәй ниәт икән?
Читайте нас: