Башҡортостан
-18 °С
Болотло
VK
OK
РУС
Telegram
Дзен
Бөтә яңылыҡтар
10
Йәмғиәт
17 Июль 2019, 19:37
Мөхәббәт бысаҡҡа еткерә
"Мин һине яратмайым, икенсегә китәм..."
Фото: zen.yandex.ru
Кисә кис Бәләбәйҙә йәшәгән бер ғаиләлә ғауға сыға.
"Мин һине яратмайым, икенсегә китәм", – ти 41 йәшлек ҡатын өйҙәшенә. Тегеһенең намыҫына бик тейә, ахыры, был һүҙҙәр. Талаш ҡыҙып китә. Көнләшеүенән ни эшләргә белмәгән ир бысаҡҡа йәбешә һәм һөйгәненә сәнсә.
Уның ҡанһырай башлауын күреү менән сығып ҡаса һала, хатта табиптар ҙа саҡыртып тормай. Быны уның өсөн күршеләре эшләй.
Ҡото осҡан ирҙе бер нисә сәғәттән полиция хеҙмәткәрҙәре урманда тотоп ала. "Көнләшеүҙән эмоцияларға бирелдем, үҙем менән бер нимә лә эшләй алманым, шуға бысаҡҡа йәбештем", – ти ул. Ҡатын әле дауаханала.
Мөхәббәттән нәфрәткә бер аҙым, тиҙәр. Мөхәббәттән төрмәгә тиклем дә йыраҡ түгел шул. Һөйгәндәрҙе һаҡлайыҡ!
Читайте нас:
Дуҫтар! Беҙҙең телеграм-каналға яҙылығыҙ!
Өфө һәм Башҡортостан тураһында яңылыҡтар — һеҙҙең смартфонда.