Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Июль 2019, 15:11

Мәйет туғыҙ сәғәт урам буйында ята

Янында балалар уйнай, кешеләр үтеп йөрөй...

Фото: zen.yandex.ru
Фото: zen.yandex.ru
Өфөлә үле ир кәүҙәһе туғыҙ сәғәт буйы урам буйында ята. Уның янында балалар уйнай, кешеләр үтеп йөрөй.
Был ҡырағай хәл баш ҡаланың Черниковка биҫтәһендә була. Көндөҙгө сәғәт 3-тә 62 йәшлек иргә ҡапыл ҡыйын була һәм ул йөрәген тотоп йығыла. Ир шул урында йән бирә.

Эйе, була торған хәл, өлкән кеше йөрәк сире менән сирләгән. Тик битарафлыҡтың сигенә сығып барабыҙ түгелме?
Эйе, шунда уҡ ашығыс ярҙам менән полиция саҡырыла. Тик ирҙең янында документтары булмағас, бик оҙаҡ итеп уның кемлеген асыҡлайҙар. Асыҡлағас, туғандарын табалар. Һәм улар төнгә тиклем яҡынының кәүҙәһен һаҡлап ултырырға мәжбүр була. Ни өсөн тигәндә, ашығыс ярҙам уның үлеүен асыҡлай ҙа китә һала. Полиция ла бында бер нимә менән дә ярҙам итә алмай. Ә бына ирҙе махсус машина менән килеп, моргҡа алып китһендәр өсөн төнгө 12-гә тиклем көтәләр.
Кеше күп йөрөгән урын, балалар уйнай. Үтә ҡырағай хәл...
Читайте нас: